+21 °С
Болотло
Оҫталыҡ дәресе үтте
Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре Төркмән ауылы ағинәйҙәренә оҫталыҡ дәресенә барҙы. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында маскировкалау селтәре үреү нескәлектәрен өйрәнде. Әйтергә кәрәк, был тәңгәлдә Төркмән ауылы халҡы бик әүҙем эш алып бара. Һәр яҡлап яугирҙәргә ярҙам күрһәтә.
Бер үк ваҡытта ҡунаҡтар Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙа ла булып, бай тарихи мәғлүмәттәр менән танышты.