+21 °С
Болотло
23 ноябрҙә Иҫке Сибай урта мәктәбендә МХО-ла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә арнап, Урал аръяғы райондары араһында ҡырҡ йәштән өлкән егеттәр өсөн волейбол турниры үтте. Сараны ойоштороусы Фәнис Фәрит улы Яҡуповҡа, Әсҡәт Мәжит улы Ҡадыровҡа, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы мәктәп директоры Сәлих Мөхитдин улы Рафиҡовҡа һәм коллективҡа ҙур рәхмәт. Ете команда араһында уйындар көсөргәнешле барҙы. Беренсе урынды Бөрйән районы егеттәре, икенсене - Баймаҡ районы, өсөнсөнө Сибай ҡалаһы командаһы яуланы. Һәр команда Кубок, Почет грамоталары менән бүләкләнде. Ярыштан командалар көс-дәрт алып таралышты тип хәбәр итте Сибай ауыл биләмәһе башлығы. Айнур Мөхтәр улы.