Новости
24 Ноябрь 2024, 03:52

Матур сара үткән

Бик яҡшы, матур сара үткән.Әммә Азат Исҡужинды тәүләп сәхнәгә сығарған, уға ҡанат ҡуйған, ижадҡа рухландырған Рәмил Туйсиндың был кисәлә булмауы ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнеү тыуҙыра.

Матур сара үткәнМатур сара үткән
Матур сара үткән

21 ноябрҙә Азат Исҡужиндың концертына барып, һаман шул тәьҫораттарҙан айный алмай йөрөүем. Хәҙерге заманда шығырым тулы зал менән концерт ҡуйыу бәхете бик һирәктәргә эләгәлер ул. Шәп булды! Ойоштороусыларға, Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова һәм Гөлнур Ҡыуатоваларға, алып барыусылар Нәсимә Ғиззәтуллина һәм Марс Сәитғәлингә, Сибай театр-концерт берекмәһе артистарына, яҡташтарын күтәрмәләп килгән Хәйбуллаларға, шул иҫәптән халыҡ шағиры Ҡәҙим ағай Аралбаевҡа, Буранбай Асҡаровҡа, талантлы балаларға ҙур рәхмәт!! Кемгә нисектер, мин бер генә етешһеҙлек тә күрмәнем! Йырсы булараҡ та, композитор булараҡ та үҙен юғары кимәлдә күрһәтте. Уңыштар һиңә, Азат ҡустым!

 

Бына шулай тип яҙҙы был сара тураһында билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина.

Бик яҡшы, матур сара үткән.Әммә Азат Исҡужинды тәүләп сәхнәгә сығарған, уға ҡанат ҡуйған, ижадҡа рухландырған Рәмил Туйсиндың был кисәлә булмауы ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнеү тыуҙыра.

Күпме таланттарҙы сәхнәгә сығарған һәм уларға ҡанат ҡуйған аҫыл егеттең хеҙмәте тейешенсә баһаланырға тейеш.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас