Новости
24 Ноябрь 2024, 06:00

Ишбирҙенең батыр улы

Ишбирҙенең лайыҡлы улы Баймаҡ позывнойлы яугире - Рәсәй Армияһы офицеры. Ул тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Ишбирҙенең лайыҡлы улы Баймаҡ позывнойлы яугире - Рәсәй Армияһы офицеры. Ул тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Юғары командование ҡуйған хәрби бурысты теүәл үтәү, мөмкин тиклем егеттәренең сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлау өсөн бар тырышлығын һала. Хәрби тәжрибә туплаған Баймаҡты әленән-әле яңы позиция булдырыуға ебәрәләр. Тыуған ил алдында хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн Ишбирҙе ауылының батыр улы Баймаҡ ошо көндәрҙә II дәрәжә "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған. Яугиребеҙҙе миҙалы менән ҡотлап, Еңеү яулап, тиҙерәк тыуған яҡтарға ҡайтыуын теләйбеҙ.

Ишбирҙенең батыр улы
Ишбирҙенең батыр улы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас