Иҫке Сибай ауыл китапханаһында Махсус Хәрби Операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың әсәләре менән Әсәйҙәр көнөнә арналған осрашыу кисәһе үтте. Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, рух көсө теләйбеҙ. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. ___ ӘСӘКӘЙЕМ “Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә Бөтә донъя һыйған, һыйынған! Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры Әсәй йөрәгендә ҡойонған! Әсәкәйем минең! Яндарыңда Гелән рәхәт, гелән күңелле! Һиндә генә урын алғандыр ул Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең! Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға, Балаларым, тиеп йәшәйһең. Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын, Донъялағы иң шәп кешеһең! _ Рәзилә Ырыҫҡужина __ Әсәйҙәрҙе ҡотларга килгән мөһим ҡунаҡтарға- МХО-нан ҡайтҡан Ишмырҙин Рөстәмгә һәм Моталлапов Ильнурға, ошо сараны үткәрергә ярҙам иткән өсөн ауыл клуб хеҙмәткәрҙәренә, "Шәфәҡ" Ағинәйҙәр ойошмаһына, Ветерандар советына һәм ауылыбыҙҙың старостаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.