Бөгөн Ишбирҙе ауылы клубында Әсәләр көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Байрамға ут күршеләребеҙ Бөрйән Йылға ауылы ҡатын ҡыҙҙарыла саҡырылды. Байрам сараһында ҡатнашҡан "Фәтиха", "Дарман" ансамбле ҡатын ҡыҙҙарына, ауылыбыҙҙың һандуғасы Камила Дәнияр ҡыҙына, нәфис һүҙ оҫтаһы Мәрйәмә Биҡҡоловаға, гөл, сәскәләр үҫтереүсе Альбина Сәйфетдин ҡыҙына, үҙенең йөҙҙән ашыу дарыу үләндәре менән дан тотҡан Ләлә Шаһимырҙан ҡыҙына,күрше ауыл ҡыҙҙарына ҙур рәхмәтемде еткерәм.Сара ла ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе лайыҡлы балалар тәрбиәләп, уларҙы ҙур тормош юлына оҙатҡан. Күптәре инде әсәй генә түгел, һөйөклө өләсәйҙәр булырға ла өлгөргән. Сәй табыны артында һөйләшеүҙәр, аралашыуҙар менән үрелеп барған байрам йылы хистәр ҡалдырҙы. Концертта әсәйҙәрҙе данлаған шиғыр-йырҙар яңғырауы тантанаға килеүселәргә, ысынлап та, матур байрам бүләге булды.
Зәбирә Халиҡова, Мәҙәни ойоштороусы.