"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһында баймаҡтар һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. МХО зонаһында хеҙмәт иткән ир-егеттәребеҙ бер ҡасан да ихтибарһыҙ ҡалмай. Беҙҙең халыҡ илебеҙгә ауыр саҡтар килгән мәлдә һәр ваҡыт бергә туплана алыуы менән көслө. Иҫке Сибай мәктәбенең Атайҙар ҡоро ла яугир егеттәребеҙ менән даими бәйләнештә. Бер яҡтан беҙ яҡташтарыбыҙға ихтибар бүлергә тырышһаҡ, икенсе яҡтан был изге эштәр уҡыусы балалар араһында хәрби-патриотик тәрбиәне алып барыуҙа ҙур роль уйнай. Шуға күрә гуманитар ылау менән йылҡы ите ебәрәйек тигән тәҡдимде барыһы ла күтәреп алды. Ә һәр бер кластың ата-әсәләр комитеты ярҙамында беҙ 20 анти-дрон япмалар алып бара алдыҡ. Дүрт тәүлек эсендә беҙ өс өлкә буйлап яҡташтарыбыҙ менән осрашып сыҡтыҡ. Яугирҙарыбыҙ өй күстәнәстәрен ҙур рәхмәттәр әйтеп ҡабул иттеләр,һәр береһе тыуған яҡтарына сәләмдәр әйтеп ҡалды. МХО-ла йөрөгән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан райондаштарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Сибай Утарбаев,
Иҫке Сибай мәктәбенең атайҙар ҡоро рәйесе