Новости
23 Ноябрь 2024, 05:00

Баҙҙа цех табылған

Профилактик рейд һөҙөмтәләре

 5-14 ноябрҙә Башҡортостан республикаһы биләмәһендә алкоголь, спиртлы һәм тәмәке продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән оператив-иҫкәртеү сараһы уҙғарылды.

Полиция хеҙмәткәрҙәре 1600 самаһы тикшереү үткәргән. Законһыҙ әйләнештән 12 мең литрҙан ашыу алкоголь һәм спиртлы шыйыҡса тартып алынған. Шулай уҡ акцизһыҙ 20 мең пачка тәмәке изделиелары һәм никотинлы 3600 берәмек шыйыҡса асыҡлана һәм тартып алына. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре 80-дән ашыу административ протокол төҙөгән һәм тағы ла 100-ҙән ашыу факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн тикшереүҙәр үткәрә.

Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре 59 йәшлек ирҙең лицензияһыҙ шарап шешәләрен һатыу фактын теркәгән. Уның баҙында алкоголь продукцияһы етештереү цехы табылған. 3 тоннанан ашыу спиртлы шыйыҡса тартып алынған.

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре 2000 литрҙан ашыу спиртлы шыйыҡса, меңәрләгән шешә, этикетка һәм ҡорамал тартып алған

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас