Новости
23 Ноябрь 2024, 05:20

Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда

Әбделкәрим ауылында шағир, тел белгесе, фольклорсы ғалим, драматург Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуы уңайынан “Ихлас теләп иттек бүләк ғүмеремде...” тип аталған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте

Әбделкәрим ауылында шағир, тел белгесе, фольклорсы ғалим, драматург Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуы уңайынан “Ихлас теләп иттек бүләк ғүмеремде...” тип аталған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте. Баймаҡ районы Түңгәүерҙәренең ҡор башы Рим Йәнбирҙин һәм Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина исеме онотолоуға дусар ителгән сәйәси золом ҡорбаны Хәбибулла Ғәбитовтың шәхесенә һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың көсәйеүен билдәләне, беҙҙең төбәктән сыҡҡан, заманында Ленин менән дә, Сталин менән дә берҙәй яҡшы мөғәмәләлә булған ошондай кимәлдәге яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ошо өлкәлә башҡарылған эштәрҙе атап үтте. Ошо уҡ сарала Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы менән берлектә Әбделкәрим ауылы китапханаһы иғлан иткән Хәбибулла Ғәбитов ижадына арналған “Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда” видеоконкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина бүләкләне. Улар түбәндәгесә билдәләнде: 5 - 10 йәш категорияһында 1-се урын - Әбделкәрим урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Ғәзиз Алсынов, 2-се урын - Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының 2-се класс уҡыусыһы Динислам Үҙәнбаев (етәксеһе Г.Г.Сәлимова), 2-се урын - Үрге Яйыҡбай урта мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Лилиә Ильясова (етәксеһе – китапханасы Әлиә Әхмәтова), 3-сө урын - Әбделкәрим балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Илһам Мурзин (етәксеһе З.М. Мөхәмәдйәнова), 3-сө урын - Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Басир Сәфәрғәлин, 3-сө урын - Әбделкәрим балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Фәнзил Алсынов (етәксеһе З.М. Мөхәмәдйәнова). 11 - 17 йәш категорияһында 1-се урын - Муллаҡай урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Сәлим Аманғолов. 18 йәш һәм унан өлкәндәр категорияһында 1-се урын - Алғаҙы ауылынан Рима Ҡунсбаева, 2-се урын - Юлыҡ ауылынан Зилә Зәйнәғәбдинова, 3-сө урын - Таулыҡай ауылынан Вәзимә Үҙәнбаева. “Рухлы ҡурпылар” номинацияһында "Шатлыҡ" фольклор берекмәһенең йәш сәсәндәре - Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусылары Данис Танһыҡҡужин, Азамат Иҙелбаев, Арсен Тотманов, Ильяс Йәнтилин (етәкселәре Р.С.Иҙелбаева) бүләкләнде. Кисәне ошо конкурс еңеүселәренең сығыштары, шулай уҡ Әбделкәрим ауылының “Түңгәүер”, “Хазина” фольклор ансамблдәренең йыр-моңдары, “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” драмаһынан сәхнәләштереү, “Миләш” ансамбленең ҡымыҙсылар бейеүе биҙәне.

Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда
Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас