+21 °С
Облачно
Башҡортостанда бөгөн аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана.
Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 8-13 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.