Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Ноябрь 2024, 05:45

Рәсәйҙә водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙа үҙгәрештәр булыуы ихт

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Рәсәйҙә водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙа үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, наркотиктарға анализдар өҫтәлеүе мөмкин, тип хәбәр итә Mash телеграм-каналы.

«Хәҙер барлыҡ автомәктәптәр ҙә тиерлек клиникалар менән дуҫ һәм ҡағыҙ мәсьәләһен арзан хаҡҡа хәл итә. Хатта интернетта 3-3,5 мең һумға нарколог һәм психиатр ҡултамғаһы ҡуйылған белешмәгә заказ бирергә була. Бындай осраҡта бер кем дә анализ тапшырмай», — тип яҙа баҫма Милли автомобиль союзының вице-президенты Ян Хайцеэрға һылтанма менән.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Рәсәйҙә водителдең туҡтауҙан баш тартҡан өсөн штрафты 10 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-21/v-rossii-mogut-uslozhnit-poluchenie-medspravki-dlya-voditelskih-prav-4018326

 

Рәсәйҙә водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙа үҙгәрештәр булыуы ихт
Рәсәйҙә водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙа үҙгәрештәр булыуы ихт
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас