Һеҙ депозит иҫәбе, инвестицион фондтар йәки пенсия программалары кеүек капиталдың тотороҡло үҫеүен тәьмин иткән варианттар менән файҙалана алаһығыҙ. Бындай программаларҙа ҡатнашыу тупланмаларығыҙҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге лә бирә. Был бигерәк тә, ҙур әйбер (йорт, автомобиль һ. б) һатып алыуҙы планлаштырғанда, балағыҙҙы белемле итергә теләһәгеҙ йәки пенсияға сығырға уйлаһағыҙ бик тә мөһим.
Һеҙ һайлаған дәүләт ҡарамағындағы пенсия фондына күсергән аҡса йыйылған аҡсаны арттырыу өсөн инвестицияланасаҡ. Өҫтәүенә, әгәр һеҙ билдәле бер шарттарҙы үтәһәгеҙ, дәүләт һеҙгә өҫтәмә финанс ярҙамы күрһәтәсәк, йәғни һеҙҙең аҡса йыйыу күләмегеҙҙе арттырасаҡ.
Аҡсаны бушҡа һалып ҡуймағыҙ. Ул һеҙгә киләсәктә килем килтерерлек булһын.