Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Ноябрь 2024, 11:15

Яугирҙәр иҫтәлегенә - милли көрәш

Әлеге ваҡытта ҡаланың 5-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир бара. Сара башында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, махсус хәрби операцияла контракт нигеҙендә ҡатнашҡан яугирҙәр Трезвый менән Тигр һәм башҡалар менән берлектә мәктәп алдындағы яугир-ҡотҡарыусыға ҡуйылған һәйкәлгә веноктар һалды.

Әлеге ваҡытта ҡаланың 5-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса турнир бара. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, махсус хәрби операцияла контракт нигеҙендә ҡатнашҡан яугирҙәр Трезвый менән Тигр һәм башҡалар менән берлектә мәктәп алдындағы яугир-ҡотҡарыусыға ҡуйылған һәйкәлгә венок һалды.

- Беҙҙең тыныслыҡ һәм именлек өсөн батырҙарса һәләк булған геройҙар менән ғорурланабыҙ, - тине Азамат Иҙрисов. – Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ, беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Бөгөнгө турнир һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген хөрмәт итеү сараһы булһын. Ә инде йәш спортсылар үҙҙәренең көстәрен күрһәтеп, еңеүгә булған ынтылыштарын күрһәтһен.

Турнирҙа йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнаша.

Яугирҙәр иҫтәлегенә - милли көрәш
Яугирҙәр иҫтәлегенә - милли көрәш
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас