Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 08:15

Банк хеҙмәткәрҙәре шикле клиентты ваҡытында күреп ҡала

һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Барыһы ла ялған поликлиника хеҙмәткәре шылтыратып, ҡасан флюорография үтеүен һорауынан башлана...

Банк хеҙмәткәрҙәре шикле клиентты ваҡытында күреп ҡала һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта.

Ҡала кешеһе полицияға мөрәжәғәт итеп, 800 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтыуы хаҡында һөйләй. Баҡтиһәң, иргә ялған поликлиника хеҙмәткәре шылтыратып, ҡасан флюорография үтеүен һораған. Ғариза биреүсе ярты йыл самаһы элек тикшереүҙә булыуын әйтә. Уға таныш булмаған ҡатын, ул тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөрөҫ бирмәгән, тип хәбәр итә. Артабан «уңайлылыҡ өсөн» мутлашыусы электрон медицина картаһын рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Әңгәмәсе менән һөйләшеү өҙөлә һәм яңы шылтыратыу килә. Телефондағы таныш булмаған тауыш хәбәр итеүенсә, мутлашыусылар "һеҙҙеи алдарға маташҡан" һәм уны хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре менән тоташтырасаҡ. Артабан иргә тупланмаларҙы тиҙерәк «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә тәҡдим итәләр. Багк хеҙмәткәрҙенең уны ваҡытында күреп ҡалыуы бәләнән ҡотҡара.

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: