Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2024, 11:40

Бәләнән ҡотолоп ҡала

Ҡатынды абонемент килешеүегеҙ иҫкергән тип, бер миллион 700 мең һумға алдап маташалар...

Рәсәй эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә 55 йәшлек ҡатын мутлашыусы арҡаһында миллион ете йөҙ мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта яҙыуы тураһында хәбәр иткән.

Ғариза биреүсе үҙенә билдәһеҙ ҡатындың шылтыратыуын, ул үҙен кәрәзле элемтә компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырыуын һөйләй.  Оператор ҡатындың абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуын хәбәр итә һәм хеҙмәттәшлекте оҙайтҡанда тарифҡа яҡшы ташлама вәғәҙә итте. Килешеүҙе оҙайтыу өсөн әңгәмәсе ғариза биреүсегә телефонға килгән кодты әйтергә ҡуша һәм ул шулай эшләй. Шунан һуң һөйләшеү тамамлана, әммә бер нисә минуттан икенсе номерҙан шылтыратыу ҡабатлана. Был юлы ҡыҙ сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу өсөн экранды видео менән күрһәтергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын шылтыратыусының күрһәтмәләрен үтәй. Был ваҡытта уның телефонына бик күп смстар килә. 

Ҡатын икенсе көнөнә генә үҙенең исеменә 1 миллион 700 мең һум аҡса юллағандарын белә. Бәхеткә, аҡса иҫәптән алып өлгөрөлмәгән була. Ҡатын банкка шылтыратып барыһын да аңлатып, бәләнән ҡотола. 

Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: