Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь , 15:10

Йәнә үлемесле авария...

Тимер өйөмөнә әйләнгән машинанан кешеләрҙе сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға автомобилде ҡырҡырға тура килә.

Бөгөн төндә Өфөлә Октябрь проспектындағы 147-се йорттан алыҫ түгел ерҙә ҡот осҡос авария теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Лада Калина” автомобиленең водителе руль менән идара итеү һәләтен юғалтып, тәүҙә “Рено Логан”ға, артабан электр бағанаһына бәрелә. Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта ҡотҡарыусылар салондан кешеләрҙе махсус техника ярҙамында сығара... Һөҙөмтәлә ватан автомобиленең пассажиры, 22 йәшлек ҡыҙ, ваҡиға урынында һәләк була, ә 2002 йылғы водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Хөрмәтле водителдәр! Юлда тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын мотлаҡ тағығыҙ, ҡағиҙәләрҙе боҙмағыҙ. Һеҙҙең бер хатағыҙ арҡаһында башҡаларҙың зыян күреүе йә һәләк булыуы бар.

Фото: Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/news/novosti/2024-11-19/bash-ortostanda-atyn-y-ar-bushlay-meditsina-tikshere-en-terg-m-mkin-4014869?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

Йәнә үлемесле авария...
Йәнә үлемесле авария...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: