Ишмырҙа ауылында МХО ла булған һалдаттарга ярҙамға тип йыйылған аҡсанан Әҡлимә Булатовна аша Магнитогорск ҡалаһынан йөн алдырткайныҡ. Әле тиҙ арала ауылыбыҙҙың оҫтабикәлэре бөтәһе 22 пар ойоҡбаштар һәм 3 пар өсбармак бейәләйҙәр бәйләп тапшырып та ҡуйҙы.
Был эштә әүҙем ҡатнашҡан Әбүбәкирова Лилиә апайға, Рәхимова Әнисә апайға, Шәйәхмәтова Нәзирә апайға, Сөләймәнова Сәкинә апайға, Галиева Гөлфиә апайға Иҫәндәүләтова Ләйсән киленгә, Үлйәбаева Айһылыу киленгә, Исҡужина Зәлифә апайға, Игишева Тәнзилә апайға Мөрсәлимова Альмира апайға, Гибадуллина Мөнирә еңгәйгэ, Муллабаева Гөлшат еңгәйгэ, Килсенбаева Гөлфирә еңгәйгэ ҙур рәхмәт!!
Аяҡ - ҡулдарығыҙ һыҙлау белмәһен, гел шулай әүҙем, ихлас күңелдән ярҙам иткән еңгәй - апай - килендәр барҙа ауылыбыҙ гөрләп торһон. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, ир егеттәребеҙ иҫән һау, үҙ яҡтарында әйләнеп ҡайтһындар!!! - тип яҙҙы Миңзәлә Ғәлимйән ҡыҙы.