Башҡортостанда Әсәйҙәр көнө алдынан Ҡатын-ҡыҙ һаулығы аҙналығы башланды. Уның сиктәрендә республикала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенән.
18-23 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтергә һәм терапевт, гинеколог, эндокринолог, маммолог, дерматолог, психолог консультацияһын алырға мөмкин.
Республика медицина-генетика үҙәге, онкология диспансеры, перинаталь үҙәк табиптары Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Сибай, Күмертауҙың район һәм ҡала дауаханаларында күсмә консультациялар үткәрә.
Табиптарҙың эш графигы менән бында танышырға мөмкин.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандан табип-статистиктың «Остазлыҡ» конкурсында еңеүе хаҡында яҙғайны.