+24 °С
Ямғыр
Мерәҫ ауылы клубында МХОла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам өсөн масксеть үреү эше яҡшы ойошторолған. Унда ауыл активтары клуб мөдире Айһылыу Мухаметовна Даутбаева етәкселегендә әүҙем эш алып баралар. Бөгөн МХОла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта ялда булған ауылдашыбыҙ Бурангулов Рим Шәфҡәт улына 2 масксеть тапшырылды. Шулай уҡ ауыл магазиндарына ҡуйылған "Изгелек корзиналары" акцияһында халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштар йыйған 4 коробка гуманитар ярҙам Район Волонтерҙар ойошмаһына алып барып тапшырылды. Был сараларҙа ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарғала ҙур рәхмәт! Ауыл биләмәһе хакимиәте