Новости
18 Ноябрь 2024, 08:15

Барыһы ла Еңеү өсөн!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Баймаҡ ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Юрий Трушин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән окоп шәмдәре эшләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары менән берлектә улар ошо көндәрҙә 615 окоп шәме әҙерләгән. "Был тәңгәлдәге эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ", - тип белдерҙе Юрий Трушин. Берҙәмлектә — көс!

Барыһы ла Еңеү өсөн!
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас