Колледжда беренсе курс студенттары өсөн традицион сара үтте. Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ тип аталды ул. Ҡатнашыусылар үҙ көстәрен түбәндәге номинацияларҙа һынап ҡараны: бейеү, вокал, нәфис һүҙ.
Жюри беренсе курс студенттарының талантына хайран ҡалды. Был конкурс күптәргә сәхнәгә сығыу ғына түгел, ә тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Конкурс яҡшы ойошторолған һәм ҡыҙыҡлы үтте, һәр сығыш сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, һәр ҡатнашыусы үҙ тамашасыһын тапты, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин! Һәм был көндө сәхнәлә ҡабыҙылған йондоҙҙар тамашасыларҙы оҙаҡ ҡыуандырыр әле. Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ! Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм был сараға әҙерләнеүҙә ярҙам иткәндәргә рәхмәт!