Новости
16 Ноябрь 2024, 16:53

"Йәйғор ҡалҡҡанда"

Аллағашөкөр, оҙайлы ваҡыт әҙерләнгән Әминә Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" спектакленең премьераһы бик уңышлы үтте! Тамашасылар иланылар ҙа, көлдөләр ҙә, артистарыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмделәр. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

 

Рәзилә Ғәйетбаева.Аллағашөкөр, оҙайлы ваҡыт әҙерләнгән Әминә Яхинаның "Йәйғор ҡалҡҡанда" спектакленең премьераһы бик уңышлы үтте! 💯 Тамашасылар иланылар ҙа, көлдөләр ҙә, артистарыбыҙҙы көслө алҡыштарға күмделәр. Өфө ҡалаһынан килгән комиссия ағзалары коллективтың эшенә ҙур баһа бирҙеләр.💥💥💥 "Алтын тирмә" конкурсында көтөп ҡалабыҙ , тинеләр💥🙏Аллабирһә алда ҙур конкурс көтә беҙҙе😊 🌈Премьераға пьесаның авторы килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Әминә апай Яхина актерҙарҙың һәм режиссерҙың эшен юғары баһаланы🙏 🌈Тамаша залында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сибай драмтеатры актрисаһы Зифа Баязитованы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы режиссер Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтуновты , Сибай филармонияһы артистарын күреү тулҡынландырғыс, уларҙың ҙур баһаһын ишетеү бигерәк тә ҡыуаныслы булды😍😍😍🌈🌈🌈 🌈Әлбиттә, спектаклдың уңышында режиссерҙың , Юлдаш Юлдыбаевтың эше баһалап бөткөһөҙ. Мин уға "Ялҡын" театрының актерҙары исеменән, ауылдаштарыбыҙ исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм, артабан да бергә эшләрбеҙ тип ышанам.🙏 🌈Ҙур рәхмәтемде талантлы, өлгөр, уңған артис-ауылдаштарыма еткерәм. Уларҙың шундай оҫта уйнауына һоҡландым😍. Улар: Гөлсара Юлай ҡыҙы Кинйәбаева , Гөлсинә Юлай ҡыҙы Сибаева, Ильмира Йосоп ҡыҙы Мусина, Сабит Самиғулла улы Утарбаев, Азамат Рәмиль улы Айытҡолов, Раян Мирзаян улы Мәхмүтов, Фәнис Халиҡов, Фирузә Байгильдина, Ынйы Аллагуватова, Регина Әхтәмова. Әйткәндәй, Гөлсинә Сибаеваның , Азамат Айытҡоловтың , Раян Мәхмүтовтың актер булараҡ тәүге сығышы! 🌈Ҙур рәхмәтемде беҙҙең декараторҙарға оҫта ҡуллы Раян Мәхмүтовҡа🙏, Сибаева Мәлифәгә🙏, Ғаяз Ғәйетбаевҡа😊 шулай уҡ грим оҫтаһы Дилә Кускильдинаға еткерәм! 🌈Әлбиттә спектакль беҙҙең бағымсыларыбыҙһыҙ сәхнәгә сыға алмаҫ ине. Беҙ уларға рәхмәтлебеҙ! Улар: Ауыл хәкимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаев, Вилдан Ирек улы Идрисов💯, Ильнур Юлай улы Ибрагимов💯, Иҙел Азамат улы Ахмеров💯, Альберт Шәһиҙулла улы💯, Ильнар Утарбаев💯💥💥💥. Артабан да мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итеүегеҙгә ышанабыҙ Рәзилә Ғәйетбаева.

"Йәйғор ҡалҡҡанда"
"Йәйғор ҡалҡҡанда"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас