Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Ноябрь 2024, 04:30

Йәш рентгенолог - Ислам Артыкаев

Эшен яратып һәм намыҫ менән башҡара ул

Йәш рентгенолог - Ислам АртыкаевЙәш рентгенолог - Ислам Артыкаев
Йәш рентгенолог - Ислам Артыкаев

Баймаҡ үҙәк дауаханаһының йәш белгестәр менән тулыланыуы ҡыуаныслы. Йәштәрҙе йәлеп итеү Һаулыҡ өҫтөнлөклө милли проектына ла ингән.

Уңышлы эш башлап ебәреүселәрҙең береһе - рентгенолог Ислам Артыкаев.

Ислам Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫә һәм бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһына. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыу уға еңел бирелә һәм ул медицина нигеҙҙәрен тырышып үҙләштерә, был уға «Рентгенология»һөнәре буйынса интернатураны уңышлы үтергә мөмкинлек бирә.

2017 йылдан Ислам Ирек улы үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген беҙҙең район дауаханаһында башлай, шунда уҡ үҙен яуаплы һәм профессиональ белгес булараҡ күрһәтә. Ул пациенттарға рентгенологик, флюорографик һәм маммографик тикшереүҙәр үткәрә, ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа һәм иртә асыҡлауҙа мөһим роль уйнай. Уның иғтибарлылығы һәм һәр пациентҡа ҡарата һиҙгерлеге уны яҡшы табип ҡына түгел, ә коллективта үҙ һәмғб ихтирамлығкеше итә.

Эштән буш сағында Ислам Артыкаев мауығыуы  автомобилдәр һәм компьютер техникаһы менән ҡыҙыҡһына. Был да уның һөнәрен һайлауға булышлыҡ иткәндер. 

 

Йәш рентгенолог - Ислам Артыкаев
Йәш рентгенолог - Ислам Артыкаев
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас