+21 °С
Болотло


Түбәлә беренсе класс уҡыусылары өсөн «Беренсе класс уҡыусыларын йәйәүлеләргә бағышлау» байрамы үткәрелде. Сара балаларҙың юл-транспорт травматизмын иҫкәртеүгә, уҡыусылар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалауға, балаларҙың юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен тикшереүгә һәм нығытыуға, танып белеү әүҙемлеген үҫтереүгә, үҙ аллы фекерләү күнекмәләрен формалаштырыуға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгәндә дисциплиналылыҡ тәрбиәләүгә йүнәлтелде.
Байрамда уҡыусылар уйын формаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, транспорт төрҙәрен, юл билдәләрен иҫкә төшөрҙө һәм аҙаҡ «Йәш йәйәүле»тигән маҡтаулы исем алды.