Новости
13 Ноябрь 2024, 03:10

Йылымдар ҡунаҡ йыйҙы

Йылым ауылында бренд "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре" тигән шәп сара үтте...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Йылым ауылында бренд "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәре" тигән шәп сара үтте.Сараға бик ентекле, матур әҙерләнгәндәр йылымдар! Күрше ауылдан Йомаштар, Бөрйән-Йылғалар һәм беҙҙең ауылдан Нәйлә Наил ҡыҙы, Фәнүрә Зөфәр ҡыҙы был сарала ҡатнашты.Бөрйәндәр бейеһә, Йомаштар йырҙары менән сығыш яһанылар, Ишбирҙеләр ҡул эштәренә күргәҙмә ҡуйҙылар. "Талир тәңкә" ансамбле ҡыҙҙарына, Лилиә Ишбаеваға,Миңлегөл Ишдәүләтоваға йылы аштары, тәмле сәйҙәре, күстәнәстәре өсөн,беҙҙе алып барып, алып ҡайтыусы водителдәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә ошолай ауылдар араһында дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй, бергә бергә ҡатышып йәшәйектәр, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Зәбирә Халиҡова,

Ишбирҙе ауылының мәҙәни ойоштороусыһы. 

Йылымдар ҡунаҡ йыйҙы
Йылымдар ҡунаҡ йыйҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас