Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Ноябрь 2024, 08:15

Нотариустар мәрхүмдәрҙең бурыстары тураһында иҫкәртәсәк

Граждандар кодексына ярашлы, мираҫ составына мираҫ биреүсенең мөлкәте генә түгел, ә уның бурыстары ла инә.

Нотариустар үлгән кешенең вариҫтарын уның бурыстары (кредиттар, микрозаймдар һ.б.) тураһында иҫкәртергә бурыслы. Нотариустарға булған мәғлүмәтте белеү өсөн 3 эш көнө бирелә һәм был хаҡта хәбәр итеү өсөн тағы ла шул уҡ ваҡыт бирелә. Вариҫтар бурыстың һәм тейешле мираҫтың күләмен сағыштыра һәм уны ҡабул итергәме, юҡмы икәнен хәл итә ала. Тейешле закон Дәүләт Думаһы тарафынан өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде Һәм Федерация советына ебәрелде.

Граждандар кодексына ярашлы, мираҫ составына мираҫ биреүсенең мөлкәте генә түгел, ә уның бурыстары ла инә. Вариҫтар был бурыстар буйынса мираҫтағы өлөшөнә пропорциональ яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта элек бурыстар тураһында мәғлүмәт биреү тәртибе булманы. Йыш ҡына вариҫтар бурыстар тураһында мираҫты ҡабул иткәс кенә белә, шул уҡ ваҡытта кредиторҙарҙың талаптары мираҫ итеп алынған мөлкәт хаҡынан юғарыраҡ була. Закон көсөнә ингәс, был етешһеҙлек бөтөрөләсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас