Кисә, йәғни 12 ноябрь көнө, магазиндарға, яугирҙар өсөн ултыртҡан "Изгелек ҡумтаһы на" һалынған әйберҙәрҙе, волонтерҙар штабына алып барып тапшырҙыҡ. Шулай уҡ оло йәштәге апайҙарыбыз йылы ойоҡбаштар ҙы ла бәйләп бөтөрҙөләр. Бөтәһе 10 пар йылы нэскизелэ тапшырып кайттык. Аллаһ бирһә, имен һау барып етһен, яугир егеттәребеҙгэ. Оло рәхмәтебеҙҙе Усмановтар Миңлеғәле һәм Көнһылыу апайға еткерәм, улар егеттәр өсөн 20 банка сгущёнка бирҙеләр. Кемдәр әҙ генә булһа ла, ярҙамдан үҙ өлөшөн индергән, ҙур рәхмәт, сауаптарын насип итһен Аллаһ Тәғәлә.
Оло булыуҙарына ҡарамай, икешәр пар нәски бәйләгән апайҙарыбыз Ильясова Минлеямал, Усманова Көнһылыу, Махмутова Зөлфирә,Мунасипова Зифа, Шүлкә ауылынан Моталлапова Мэгзумэ апайҙарға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ,тиҙ арала ғына бәйләп бирҙеләр. Аллаһ Тәғәлә, һеҙгә иҫәнлек һаулыҡ бирһен!! Шулай уҡ өс сетканы, сетка үрергә оҫтарып алған ҡыҙҙарыбыҙ Каскинова Гөлсинә, Гөлфиә Вәкил ҡыҙы, Мунасипова Айһылыу, Мунасипова Зифа, ағинәйҙәр .Кильмакова Зәйтүнә, Махмутова Гөлшат, Хасанова Мөнирәлэр гә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һуғыштар тиҙерәк бөтһөн, һәр кемебеҙҙең теләгән теләктәре ҡабул булһын!!
Берзэмлектэ көс!!
Көнһылыу Азаматова.