+21 °С
Болотло
Башҡортостанда Нефтекамала йәшәгән 43 йәшлек ҡатын 2 миллион 593 мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Урындағы полициянан хәбәр итеүҙәренсә, ул танышыу сайтында бер ир менән аралаша башлаған. Бер аҙҙан ир уға үҙенең инвестициялау юлы менән ҙур аҡса эшләүен әйтә. Ҡатын өҫтәмә аҡса эшләү юлы менән ҡыҙыҡһына, уны ла эшкә алыуҙы һорай.Артабан ул ебәргән реквизиттар буйынса аҡса ебәрә. Бер аҙҙан уның шәхси кабинеты асылмай башлай, уны асыу өсөн тағы ла сумма талап ителә. Был аҡсаны эҙләгәндә ҡатын ошо хәл тураһында дуҫына һөйләй. Ул ҡатындың мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлата.
Һаҡ булығыҙ!