Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ноябрь 2024, 10:15

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арзанайған

Ҡара сәй, дөгө, шәкәр ҡомо һәм башҡаларға

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған, тип хәбәр итә республика статистиктары.

Мәҫәлән, бер аҙнала төбәктә ҡара сәй 2 процентҡа тиерлек арзанайған. Хәҙер бындай сәйҙең бер килограмы республика халҡына уртаса 1142 һумға төшә. Шартлы икенсе урында-1,42 процентҡа арзанайған шымартылған дөгө-килограмы уртаса 113 һумға тиклем. Башҡортостанда бер килограмын уртаса 67 һумға һатып алырға мөмкин булған шәкәр (-1,23 процент) өсөнсө урында.

Бынан тыш, төбәктә балалар өсөн йәшелсә һәм емеш-еләк консерваларына, сосискаларға һәм сарделькаларға, тауыҡтарға, маргаринға, һарыҡ итенә, печеньеға, бойҙай онона, пастеризацияланған һөткә, ярымыҫланған һәм бешерелгән  колбасаға, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмаларына һәм тары ярмаһына хаҡтар бер аҙ кәмегән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас