+21 °С
Болотло
Иркутск өлкәһенең урман комплексы министрлығы янғын өсөн Башҡортостан вахтовигынан 150 мең һум түләтергә ниәтләй. Май башында был ирҙең ғәйебе менән булған урман янғынын һүндереүгә киткән сығымдың суммаһы. Тейешле дәғүә судҡа тапшырылған да инде, тип яҙа «РБК Өфө».
Асыҡланыуынса, ир үләнгә һүндерелмәгән тәмәке ташлай, ә ел арҡаһында унан янғын башлана. Ут тиҙ тарала башлай. Янғын һүндереүселәр килгәнсе ғәйепле кеше үҙе утты һүндерергә маташа.
Янғынды һүндереүҙә 36 кеше һәм 12 берәмек техника ҡатнаша. Иркутск авиация һәм ер өҫтө урман һағы базаһының сығымдары 149,6 мең һумды тәшкил иткән. Урман министрлығы суд аша ғәйепле кешенән бөтә сумманы түләтеүҙе һорай.