Новости
11 Ноябрь 2024, 04:35

Солтановтар - туған телебеҙгә иң яҡшы һөйөү уятҡан ғаилә

Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

1 ноябрь баш ҡалабыҙҙағы 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында республика ата-әсәләр йыйылышы үтте. Унда белем усағы директорҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, район-ҡалаларҙан ата-әсәләр комитеты рәйестәре ҡатнашты.

Сарала туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятҡан, балалары төрлө конкурс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулаған ата-әсәләргә республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Өлгөлө 10 ғаилә исемлегендә Сәйғәфәр ауылынан Азат һәм Розалия Солтановтар булыуы ҡыуаныслы.

Артабан йыйылышта ҡатнашыусылар балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәрен асыу, мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу буйынса әңгәмәләште, борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашты, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.

Солтановтар - туған телебеҙгә иң яҡшы һөйөү уятҡан ғаилә
Солтановтар - туған телебеҙгә иң яҡшы һөйөү уятҡан ғаилә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас