

Баймаҡ ҡалаһының <Баһадир> физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан республикаһы Башлығы Гранты фонды булышлығында Урал аръяғы ауыл биләмәләренең мәктәп һәм студент йәштәре араһында мини-футбол буйынса чемпионат үтте.
Ярышта Баймаҡ, Йылайыр , Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан һигеҙ команда ҡатнашты. Чемпионат призерҙарын ҡотлайбыҙ:
🥇Сибай ҡалаһы;
🥈Баймаҡ Ҡалаһы;
Аҡъяр ауылы.
Шулай уҡ чемпионат сиктәрендә йәштәр һәм БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты вәкиле менән осрашыу үткәрелде.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды булышлығында «Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берекмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.