Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ноябрь 2024, 07:00

Ул - мәргән уҡсы һәм спорт мастеры

Баймаҡ уҡсыларының даны донъя кимәленә таралғанын яҡшы беләбеҙ. Улар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә инде һабантуйҙарҙың, “Башҡорт аты” фестиваленең бер биҙәге булып тора уҡсылар . Шуларҙың береһе – Баймаҡ ҡалаһынан Ғәфүр Рахманғолов. Ул беҙҙең районда беренселәрҙән булып яндан уҡ атыу буйынса шөғөлләнә башлаған. Һеҙгә Ғәфүр Рафиҡ улы менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, үҙен бик күрһәтеп бармаған, шул уҡ ваҡытта спорт менән ныҡлы шөғөлләнгән уҡсы егет тураһында үҙем өсөн дә күп асыштар яһаным. Баҡтиһәң, беҙҙең эргәлә генә ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастеры йәшәй икән!..Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Мәргән – уҡсы һәм спорт мастеры

Баймаҡ уҡсыларының даны донъя кимәленә таралғанын яҡшы беләбеҙ. Улар төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ә инде һабантуйҙарҙың, “Башҡорт аты” фестиваленең бер биҙәге булып тора уҡсылар . Шуларҙың береһе – Баймаҡ ҡалаһынан Ғәфүр Рахманғолов. Ул беҙҙең районда беренселәрҙән булып яндан уҡ атыу буйынса шөғөлләнә башлаған. Һеҙгә Ғәфүр Рафиҡ улы менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Алға китеп шуны әйтергә кәрәк, үҙен бик күрһәтеп бармаған, шул уҡ ваҡытта спорт менән ныҡлы шөғөлләнгән уҡсы егет тураһында үҙем өсөн дә күп асыштар яһаным. Баҡтиһәң, беҙҙең эргәлә генә ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастеры йәшәй икән!

  • Ғәфүр, әңгәмәне һеҙҙең бала саҡтан башлайыҡ.

- Мин Үрге Яйыҡбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, артабан Ниғәмәт мәктәбендә уҡыуымда дауам иттем. Һуңынан ул ваҡыттағы БДУ-ның Сибай институтының физкультура һәм спорт бүлеген тамамланым.  Йәш белгес булараҡ, хеҙмәт юлымды Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булараҡ башланым. Унда дүрт йыл эшләгәс, суд приставы хеҙмәтенә күстем. Әлеге көндә лә шунда эшләйем. Һуңыраҡ, эшем буйынса талап ителгәс, ситтән тороп Сибай институтының юриспруденция факультетын тамамланым.

- Ә яндан уҡ атыу менән ҡасан шөғөлләнә башланың?

- Бала саҡтан уҡ малайҙар менән яндан уҡ атып уйнай торғайныҡ. Ул ваҡытта артыҡ ҡәҙәре әһәмиәт тә бирмәнем. Бала саҡ уйыны кеүегерәк кенә ҡабул иттем. Муйыл ағасынан ян бөгөп, әлморондан йәки муйылдан уҡ эшләп ала торғайным. Тора-бара был шөғөл артҡы планға күсте. Институтта уҡығанда ла, эшләй башлағас та уның өсөн ваҡытым ҡалманы.

- Ә уға ҡыҙыҡһыныу ҡайтанан ҡасан башланды?

- Был шөғөл, бәлки, нәҫелдән киләлер. Шәжәрәне ныҡлап өйрәнә башлағас, беҙҙең быуын ваҡытында данлыҡлы булған Көрәй батырға барып тоташыуы билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланып ҡалған. Көрәй батыр 1600-1700 йылдарҙа данлыҡлы уҡсы, ал бирмәҫ көрәшсе, танылған шәхес булып иҫәпләнгән. Ҡаҙаҡтар барымтаға килгәндә уларға ҡаршы уҡ, ҡылыс менән ҡаршы сыҡҡан. Ҡаҙаҡтар бер шулай барымтаға килгәнендә беҙҙекеләр уларҙы ҡырып бөтөрә. Береһе генә тере ҡала. Уға башҡорт ерҙәрен оноторға ҡушып, ҡайтарып ебәрәләр. Ләкин улар туҡталып ҡалмай. Сираттағы бер барымтала Көрәй батырға ҡаршы күмәкләп сығалар һәм Үрге Яйыҡбай ауылынан дүрт километрҙай алыҫлыҡта уны үлтерәләр. Ул шунда ерләнә. Әлеге ваҡытта ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылған.    

- Ә һеҙҙең быуында тағы ла уҡсылар бармы?

- Бар, һәм беҙ күмәк. Минең ғаиләмдә, мәҫәлән, бөтәһе лә яндан уҡ ата белә. Кәләшем Сәлимә лә, өс ҡыҙым да был шөғөлдө үҙ итә. Дөрөҫ, әлегә бәләкәс ҡыҙыбыҙға иртәрәк, тип һанайбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныу көслө. “Атай, әйҙә уҡ атайыҡ”, - тип мине йыш ҡына алып сығып китә. Ике ҙур ҡыҙымдың төрлө ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар алғаны булды. Әсәйем Сәғиҙә Рахманғолова, бер туған ҡарындашым Лилиә лә беҙҙең менән бер рәттән ярыштарҙа ҡатнаша. Лилиәнең республика кимәлендәге турнирҙарҙа призлы урын алғаны булды. Үҙемдең бер туған ағайҙарым Хәниф һәм Дим дә һирәк булһа ла ярыштарҙа ҡатнаша. Ләкин улар был шөғөлдө күңел өсөн генә, тип ҡабул итә. Байымдағы ике туған Әхиәр ағайым, уның улы Азамат, Ниғәмәттән дә ике туған Әхиәр ағайым үҙе лә, ҡыҙы Миңлегөл дә һәм улы Ғәзинур ҙа уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына. Уларҙың район һәм республика кимәлендә урын алғандары булды. Шулай уҡ Көрәй батыр нәҫеленән булған Илшат Ғатауллин, Азат Фәйзуллин, Наил Иҫәнбаевтарҙы ла көслө уҡсылар, тип әйтергә була.

- Ә һиндә ҡайтанан яндан уҡ атыу шөғөлө нимәнән килеп сыҡты?  

- 2019 йылда сығышы менән Түбәнге Иҙрис ауылынан булған, әле Өфөлә йәшәгән Артур Мусин тигән егет бер көн шылтыратып, ни өсөн төп башҡорттар йәшәгән Баймаҡ районында яндан уҡ атыу буйынса эш алып барылмай, тип һораны. Был ваҡытта Башҡортостанда “Мәргән уҡсы” хәрәкәте ныҡлап үҫешә башлаған ине. Һуңынан ул беҙҙә ошо йүнәлештә эш алып барайыҡ, тигән тәҡдим индерҙе. Беҙ, егеттәр, был тәҡдимде хуплап  күтәреп алдыҡ.

- Эште нимәнән башланығыҙ?

- Тәүҙә уҡ менән яндарға заявкалар бирҙек. Ун ян һәм һәр беребеҙгә алтышар уҡ алдыҡ. Әлбиттә, улар мин бала саҡта үҙем эшләп алған ян менән уҡҡа оҡшамаған ине. Ҡулға алыу менән күңелдә бөтөнләй икенсе тойғолар барлыҡҡа килде. Шунан башланып китте лә инде.

- Тәүге ярыш ҡасан булды?

- 2019 йылдың октябрендә Үрге Яйыҡбайҙа район кимәлендә яндан уҡ атыу буйынса беренсе ярышты ойошторҙоҡ. Әле башланып ҡына торған сағы булһа ла утыҙға яҡын кеше йыйылды. Магнитогорск ҡалаһынан да килгәндәр ине. Унда беҙ үҙ-ара ярыштыҡ. Бер-беребеҙҙең таһыллығын, мәргәнлеген баһаланыҡ. Был беҙгә тәүге тәжрибә туплау мөмкинлеге бирҙе.

2020 йылдың 29 февралендә Ҡолсорала тағы ла бер тапҡыр район кимәлендә ярыш үткәрҙек. Унда яҡташыбыҙ, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ҡатнашты. Ул беҙгә башҡорт уҡсыларының боронғо кейемдәрен күрһәтте. Яндан уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Әйткәндәй, унда алтмыштан ашыу кеше ҡатнашҡайны. Был ярышта беҙ үҙебеҙ өсөн байтаҡ мәғлүмәт тупланыҡ, тәжрибә алдыҡ. Был сара беҙҙе тағы ла дәртләндереп, үҫтереп ебәрҙе. Әйткәндәй, ошо ярышты үткәреп тә өлгөрҙөк, өс аҙнанан һуң короновирус пандемияһы ла башланды. Ләкин ул яңы сәм, зәм алған уҡсыларҙы туҡтата алманы. Һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, ярыштарҙы онлайн үткәрә башланыҡ.

  • Республика кимәлендәге ярыштарға ҡасан сыға башланығыҙ?

- 2020 йылдың йәйендә беренсе тапҡыр республика кимәленә сыҡтыҡ. Ярыш Бөрйән районында үтте. Һүҙ юҡ, унда тотош Башҡортостандан иң көслө уҡсылар йыйылған ине. Беҙҙең өсөн юғары кимәлдә беренсе тапҡыр сирҡаныс алыу шул ярышта булды. Унда Ишей ауылынан Айнур Йәрмөхәмәтов өсөнсө урынды алырға өлгәште. Ә мин призлы урынға сыға алмаһам да, ул сара ҙур тәжрибә тупларға мөмкинлек бирҙе. Башҡаларҙың нисек яндан уҡ атыуын күҙәтеп, улар менән аралашып, үҙемә һығымта яһаным.

- Тап шул ярыш һиндә сәм уятҡан инде.

- Бәлки. Тәжрибә бит әкренләп килә. Ғөмүмән, әгәр барыһы ла урын алһа, ул ярыш булмай инде. Кемдер еңә, кемдер еңелә.

- Ғәфүр, бөгөн район, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара уйындарҙа ла ҡатнашаһың...

- Эйе, оҫталыҡ туплап алғас, мөмкин тиклем төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башланыҡ. Ярыш артынан ярыштар булып тора. Еңеүҙәр ҙә яуланыҡ. 2020 йылда уҡ өс-дүрт егет республика кимәлендә үҙебеҙҙе күрһәтергә өлгәшкән инек. Күрше өлкәләрҙә уҙған турнирҙарға даими саҡырыуҙар  алабыҙ.

- Рәсәй кимәленә нисек сыҡтығыҙ?

- 2022 йылда беренсе тапҡыр Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионатында ҡатнаштыҡ. Алты уҡсының өсәүһе беҙҙең райондан ине. Унда беҙ дүртенсе урынды алып ҡайттыҡ. Рәсәй кимәлендә уҙған сарала шундай урын алыуыбыҙ барыбер ҙә юғары кимәлде күрһәтә.

- Быйыл ниндәй ярыштарҙа ҡатнаштың?

- Быйыл да бик күп ярыштар уҙҙы. Республика кимәлендә ойошторолған турнирҙарҙа призлы урындар алдым. Июнь айында Дағстанда уҙған Рәсәй чемпионда ҡатнаштым. Унда икенсе урынды яуланым. Рәсәй кубогына уҙған ярыш быйыл Тверь ҡалаһында уҙҙы. Унда алтмыш һәм етмеш метр аралыҡтан яндан уҡ атыу алышында беренсе урынды алдым. Шуның һөҙөмтәһе буйынса мине яндан уҡ атыусыларҙың Рәсәйҙең йыйылма командаһына алдылар.

- Был бик ҙур ҡаҙаныш, әлбиттә! Ә Рәсәй йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашырға тура килдеме?

- Быйыл Рәсәй йыйылма командаһы составында 8-13 сентябрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынында ҡатнаштым. Шул ҡәҙәр ҙур ярыш булды ул. Бөтәһе утыҙ дүрт илдән йөҙ ҙә егерме уҡсы мәргәнлектә көс һынаштыҡ. Был минең өсөн ҙур һынау булды. Ләкин йылдар буйы туплаған тәжрибә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә шәхси беренселек буйынса икенсе урынды алыуға өлгәштем. Ә командалар араһында барған ярышта өсөнсө урынды яуланыҡ.

Ошонда уҡ әйтеп китергә кәрәк, Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынын олимпиадаға тиңләйҙәр. Ул ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Башҡа төр донъя Кубогы, чемпионат был ярыштан кимәле буйынса түбәнерәк.

- Шундай күп ярыштарға йөрөйһөгөҙ, үҙегеҙ ойоштораһығыҙ. Ә сығымдарҙы кем күтәрә?

- Беҙ бөгөн илдә барған хәлде яҡшы аңлап ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә лә бағыусылыҡ ярҙамы һорап бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәйбеҙ. Әгәр кемдер тәҡдим итә икән, баш тартмайбыҙ. Ҙур сараларға Баймаҡ районы хакимиәте, спорт комитеты ярҙам итә. Ә ҡалған осраҡта сығымдарҙы үҙебеҙ күтәрергә тырышабыҙ. Шәхси эшҡыуарҙар Айбулат Ғүмәров, Илдус Ибраһимовтар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Әйткәндәй, Илдус Ибраһимов үҙе лә уҡсы бит инде.

- Баймаҡтан көслө уҡсылар тип кемдәрҙе әйтә алаһың?

- Бер нисәүһен генә әйтеп үтәйем. Мәҫәлән, Әхмәр ауылынан Тимур Өмөтбаев быйыл Орел ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, өсөнсө урынды алды. Былтыр ул Волгоградта уҙған Рәсәй кубогында ла өсөнсө урынға сыҡҡайны. Ишей ауылынан Айнур Йәрмөхәмәтовты билдәләп китергә кәрәк. Ул Рәсәй кимәлендә уҙған ярыштарҙа юғары урындар алғаны булды. Ләкин 2022 йылдан алып ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Алла бирһә, имен-һау йөрөп ҡайтҡас, был шөғөлөн ҡайтанан тергеҙер, тип көтәбеҙ. Шулай уҡ Ниғәмәттән Илшат Ғатауллин, Наил Иҫәнбаевтар ҙа көслө уҡсылар булып һанала. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Үрге Яйыҡбай ауылынан Гөлгенә Ҡолһаринаны әйтеп китергә кәрәк. Шулай уҡ беҙҙең бер өмөтлө генә уҡсы үҫеп килә. Ул да ошо уҡ ауылдан - Илфат Мырҙағәлин.

- Ә һеҙгә яндан уҡ атыу нескәлектәрен кем өйрәтте?

- Минең тренерым юҡ. Интернет селтәренән яндан уҡ атыу буйынса өйрәткән видеояҙмаларҙы ҡарап өйрәндем. Шунлыҡтан минең техника икенсе төрлөрәк, башҡаларҙыҡынан айырыла. Ҡышҡы полиатлон менән дә шөғөлләнәм бит. Унда пневматик винтовканан атыу ярышы ла бар. Шуның алымын да ҡулланам.

- Бына быныһы яңылыҡ. Ҡышҡы полиатлонда тағы ниндәй ярыштар бар?

- Уға өс төрлө спорт ярыш инә: саңғыла билдәләнгән дистанцияны үтергә, турникта күтәрелергә һәм пневматик винтовканан атырға. Уларҙың өс төрө менән дә яратып шөғөлләнәм. Шуға миңә улар бик еңел бирелә. Турниктан бер ниндәй ауырлыҡһыҙ ҡырҡ тапҡыр күтәрелә алам. Пневматик винтовканан 80-90 мәрәй йыям. Ә саңғы буйынса әйтеп тораһы ла түгел. Район ярыштарында беренселекте бирмәй торғайным. Район чемпионы исемен алғаным булды. Эшләгән еремдән суд приставтары араһында ойошторолған республика ярыштарында ҡатнашып, республика чепионы булып та танылдым. Ҡуйылған мәрәйҙәр буйынса миңә 2007 йылда ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастеры тигән билдә бирелде.

- Был бик юғары награда! Ҡотлайбыҙ! Уның хаҡында белмәй ҙә инек. Ә тағы ла ниндәй спорт төрҙәре ҡыҙыҡһындыра?

- Буш ваҡытта егеттәр менән бергә волейбол уйнайбыҙ, гер йәки үҙем эшләп алған штанга күтәрәм. Йөҙөү ҙә миңә ҙур ҡәнәғәтлек бирә.

- Ғәфүр, ә яндан уҡ менән атыу спортының киләсәге бармы?

- Әлбиттә, бар! Шуның өсөн тырышабыҙ ҙа инде. Ғөмүмән, Баймаҡ районында ғына түгел, ә тотош Башҡортостанда яндан уҡ атыуҙы үҫтерергә, тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Был спорт төрөн тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, башҡаларҙы ла үҙебеҙҙең арттан эйәртеү теләге өҫтөндә эшләйбеҙ. Тағы ла шуныһы, яндан уҡ атырға теләүселәр күп. Ә бына был тәңгәлдә тренерҙар юҡ. Кемдер өйрәнергә теләй – миңә мөрәжәғәт итһендәр. Ян менән уҡ һатып алырға ашыҡмаһындар. Ниндәйҙәре кәрәк икәнлеген аңлатып бирәсәкмен. Уҡ атыуҙың файҙаһы тураһында ла әйтеп үтәйем. Ул сөннәт һанала. Ҡөръәндә лә шул хаҡта яҙылған. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ атта һыбай йөрөгөҙ, һыуҙа йөҙөгөҙ һәм уҡ атығыҙ, тип әйткән.

Ярыштарға йөрөгәндә яңы осрашыуҙар, яңы дуҫтар табыла. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктәре менән танышабыҙ. Ярыш һәр ауыл, район үҙенең батыры иҫтәлегенә арнап ойоштора. Был үҙе үк тарихты тергеҙеү булып тора. Милли кейемде тергеҙеү буйынса ла эш алып барабыҙ. Был “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең бер маҡсаты. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр сәләмәт тормош алып бара, эскелек тигән нәмә юҡ.

- Ә һеҙ уларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?

- Быға ҡәҙәр уларҙы Урал ағай Кирәев эшләп бирә торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм булып ҡуйҙы. Хәҙер Түбәнге Новгородтан Игорь Сидоров тигән оҫтанан алабыҙ. Быға ҡәҙәр Воронеж ҡалаһынан бер оҫтанан алдырғайным. Бик һәйбәт ян килеп эләкте. Әле уны дүртенсе йыл йөрөтәм.

- Ғәфүр, һиңә ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Спортты юлдаш итеп, сәләмәт тормошто үҙ итеп, гөрләтеп донъя ла көтәһең, эшләйһең һәм йәшәйһең. Артабан да һиңә уңыштар теләйбеҙ!

Лилиә ТАКАЕВА.

Ул - мәргән уҡсы һәм спорт мастеры
Ул - мәргән уҡсы һәм спорт мастеры
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас