+24 °С
Ямғыр
Хәлиҙә апай эш хаҡын фронтҡа ебәргән Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе - Ишейҙә маскировка селтәре цехы асып ебәргәндәр. Бөтә ауыл халҡы изге эшкә ҡушылған. Ә иң әүҙем селтәр үреүселәрҙең береһе Хәлиҙә Ишдәүләтова өс көн һайлауҙа эшләп алған аҡсаһын яугирҙәргә биргән. Һайлауҙа шул ниәт менән эшләгәйнем дә, был аҡса дарыуҙар һатып алыуға тотоноласаҡ, ти Хәлиҙә апай.