Ауыл китапханаһында "Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар, ҡайтығыҙ" исемле осрашыуға Түбә ауылы егете, ялға ҡайтыусы яугир Илшат Мәҡсүтовты саҡырҙыҡ. Илшат беҙгә ҡунаҡҡа әсәһе Фәниә менән килде. Фәниә үҙе Таһир ҡыҙы. Шуға күрә, кисәбеҙҙә таһирҙарҙың да ҡатнашыуы юҡҡа ғына түгел. Мәҡсүтовтар икеһе лә йыр-моңға ғашиҡ. Сәнғәт институтын тамамлап, ситтән тороп магистратурала уҡып йөрөүсе егет һәр яҡтан маһир булып сыҡты. Өҙҙөрөп ҡурайҙа ла уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Әсәһе ҡумыҙҙа уйнап, дәртле бейеүе менән һөйөндөрҙө. Осрашыуҙың үҙ маҡсаты ла бар. Билалдар үргән маскировка селтәре тап Илшат хеҙмәт иткән частҡа эләкте. Ялға ҡайтыу менән билалдарҙы барып күрәм, ҡурай көйөнә бейетеп, рәхмәтемде әйтеп ҡайтам тип сәләм ебәргәйне яҡташыбыҙ. Аманатын үтәне яугир. Үҙеңә лә ҙур рәхмәт, Илшат! Имен-һау ғына бул! Һеҙ ҡайтығыҙ, зинһар, ҡайтығыҙ, егеттәр! Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә, үҙ илегеҙҙә көтәләр! Райхана Булатова, Билал ауылы китапханасыһы.