БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙағы транспорт хәрәкәтенең өс ваҡытлыса сикләнеүе лә әлегә иртәнге сәғәт унға тиклем оҙайтылды. Бынан алда Белорет һәм Учалы райондарында Белорет-Учалы-Миәс юлында Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (күпләп ҡар яуыуы, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеген сикләү) Белорет һәм Ҡаҙаҡҡол араһындағы участкала йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте ябылыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлының 249-275 саҡрым участкаһында (Әбйәлил районы) йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән. 5 ноябрь кисенән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында Магнитогорск-Ира юлы буйлап хәрәкәт ябылды.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!