Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Ноябрь 2024, 12:10

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙәргә ярҙам итә башланы

Ирекмәндәр госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, уларҙы операцияға әҙерләй, палаталарҙа дежурҙа тора...

Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙәргә ярҙам итә башланыБашҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙәргә ярҙам итә башланы
Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды яугирҙәргә ярҙам итә башланы

Башҡортостандан тәүге ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганскиҙа эш башланы. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Гордиенко һүҙҙәренсә, отряд составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре һәм апай-һеңлеләренән тыш, тыныс тормошта яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

– Ирекмәндәр госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, уларҙы операцияға әҙерләй, палаталарҙа дежурҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙар Луганск Халыҡ Республикаһында ике аҙна эшләй, һуңынан уларҙы отрядтың яңы составы алмаштыра. Әлеге ваҡытта ете волонтер Оборона министрлығы госпиталендә яралыларҙы ҡарай, – тип хәбәр итте Зөһрә Гордиенко. – Республика Башлығына ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекмән отрядын булдырыу башланғысын хуплағаны өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм йөрәге ҡушыуы буйынса махсус операцияла илебеҙҙең еңеүен яҡынайтҡан ҡәҙерле гүзәл заттарға.

Инсаф Хужабиргәнов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас