Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығына ҡулланыусы мөрәжәғәт итте. Ул «Вайлдберриз» аша дистанцион ысул менән һатып алынған фарфор тәрилкәләр сифатһыҙ булған өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға маташыуын хәбәр итә, әммә һатыусы аҡсаны ҡайтарыуҙан баш тарта. Идаралыҡ уның хоҡуҡтарын яҡлап судҡа дәғүә ғаризаһы бирә. Ведомствола аңлатыуҙарынса, закон буйынса ҡулланыусы тауарҙы тапшырғанға тиклем теләһә ҡайһы ваҡытта, ә тауарҙы тапшырғандан һуң ете көн эсендә тауарҙан баш тартырға хоҡуҡлы.
"Ҡулланыусы тауарҙан баш тартһа, һатыусы уға килешеү буйынса түләнгән аҡсалата сумманы ҡайтарырға тейеш», — тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығында.
Һөҙөмтәлә Совет районы буйынса 1-се суд участкаһының мировой судьяһы ҡулланыусы файҙаһына һатып алыу-һатыу килешеүен өҙөү, 3763 һум күләмендә аҡсаны кире ҡайтарыу, 1000 һум күләмендә мораль зыянды компенсациялау, 2381 һум 50 тин күләмендә штраф тураһында ҡарар сығара. Был ҡарар законлы көсөнә инде.