ЮХХДИ иҫкәртә
Балалар өсөн өлкәндәр яуаплы
28 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “Иғтибар – балалар” иҫкәртеү акцияһы үткәрелә. Уның маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалау, балаларҙың аварияларҙа йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү.
Хәҙер ҡараңғы тиҙ төшә. Шуға күрә мотлаҡ рәүештә балаларҙың кейемдәрендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Уларҙы светофорҙың тик йәшел утына һәм юлды йәйәүлеләр үткәүеленән үтергә өйрәтегеҙ.
Хөрмәтле водителдәр! Йәш йәйәүлеләргә иғтибарлы булығыҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балаларҙың ҡапыл юлға йүгереп сығыуы йәки уйламаған ерҙә уйнауҙары бар. Айырыуса ихаталарҙа һәм балалар учреждениелары эргәһендә һаҡ булығыҙ. Автомобиль эсендә лә улар өсөн өлкәндәр яуап бирә. Балалар өсөн махсус автокресло, хәүефһеҙлек ҡайыштары булырға тейеш. Шулай уҡ мотлаҡ тейешле тиҙлек режимын күҙәтегеҙ!
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы булыуығыҙҙы бер ҡасан да хәтерегеҙҙән сығармағыҙ!
Гөлфинә Бейешева, Баймаҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы.