Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлау ебәрҙе. "Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым. Патриотизм һәм берҙәмлектең ҡаҡшамаҫ традициялары, ныҡлы әхлаҡи, рухи таяныс ата-бабаларыбыҙға ҡаты һынауҙарҙы еңеп сығырға, бөйөк держава төҙөргә ярҙам итә. Уларҙың хәрби батырлыҡтары һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары, Ватанға хеҙмәт итергә ихлас ынтылышы һәр ваҡыт беҙҙең өсөн Ватанға ҡарата мөхәббәттең, уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡтың рухландырыусы өлгөһө буласаҡ. Һеҙгә уңыштар һәм изгелек теләйем", - тип билдәләне ил президенты.
Төбәк етәксеһе Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан да байрам менән ҡотлау алды.