+21 °С
Болотло
Әбйәлил районы Ташбулат ауыл советы Күсем руднигы ауыл биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороу ауырыуы буйынса карантин иғлан ителде. Башҡортостан Башлығының тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документ тексына ярашлы, 2024 йылдың 29 октябренән эпизоотик усаҡта һәм имен булмаған пунктта Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртиптә уларҙы бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем сикләү саралары (карантин) буласаҡ.