Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Ноябрь 2024, 13:00

Бер тәүлектә кешеләр 10 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Фатирын юғалтҡан ҡатын да бар

Башҡортостанда тәүлегенә 18 мутлашыу осрағы теркәлгән. Дөйөм зыян - 10 миллион һумдан ашыу, тип хәбәр итә республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә йәшәгән 53 йәшлек ҡатын 4,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалта, мутлашыусыларға аҡса күсерә һәм уларға фатирын һата.

Учалы районында йәшәүсе автомобиль һатып алырға маташҡанда 2 миллион һум юғалтҡан.

Һаҡ булығыҙ! Шикле шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас