+21 °С
Облачно
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡар ҡатыш һалҡын һауа торошо хаҡында иҫкәртте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 ноябрҙә республика биләмәһендә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, төндә урыны менән секундына 17 метр тиҙлектә иҫә.
Һауа температураһы төндә 0, -5°, аяҙытҡанда -10° тиклем,көндөҙ +1, -4°.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 1-2 километрға тиклем насарая.