+24 °С
Ямғыр
1937 йылдың 2 ноябрендә Мәскәү Кремленең биш башняһында ҡыҙыл яҡут йондоҙҙар тоҡандырыла.
Яңы рубин йондоҙҙарҙы 1937 йылдың майында, Октябрь революцияһының 20 йыллығы айҡанлы, ҡуйырға ҡарар ителә. Уларҙың эскиздарын СССР-ҙың халыҡ рәссамы Федор Федоровский әҙерләй.
Һәр береһе тоннаға яҡын тартҡан йондоҙҙар 1937 йылдың 2 ноябрендә ҡабыҙыла. Улар төрлө ҙурлыҡта (иң бәләкәйе - өс метр), сөнки башняларҙың бейеклеге төрлөсә.
Яҡут йондоҙҙар көндөҙ ҙә, төндә лә яна. Илебеҙ тарихында улар ике тапҡыр ғына һүнә: 1996 йылда Кремлдә тарихи кинотаҫма төшөргәндә һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоронда – дошман баш ҡалаға яҡынлашҡанда.
Сығанаҡ: https://vk.com/vatandash_journal