+21 °С
Болотло
Бөгөн БР Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы үткән тантаналы сарала бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына «Гуманитар фәндәр» номинацияһында «Зәбих Исҡужин: Һаҡмар буйы егете» монографияһы өсөн ғалимә, филология фәндәре кандидаты, яҡташыбыҙ Гөлсәсәк Саламатова лайыҡ булды. Ул премияның бер өлөшөн яугирҙәребеҙгә ебәрергә ҡарар итте. Афарин, Гөлсәсәк!