Новости
2 Ноябрь 2024, 10:35

Тағы ла береһе әҙер

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәррәү бара...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Тағы ла береһе әҙер

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәррәү бара. Бөгөн һәр ауылда тиерлек маскировка селтәре үрелә. Бөгөн Ишмырҙа ауылының да әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары сираттағы бдуласаҡ ҡалҡанды теүәлләне. Улар үҙҙәренең социаль селтәрендә шуның хаҡта белдерә. Афарин, ишмырҙалар!

Әйткәндәй, Ишмырҙаның әүҙем ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә йылы ойоҡбаш, өс бармаҡлы бирсәткә бәйләй, кипкән дарыу үләндәренән сәй әҫерләйҙәр, доғалыҡтар яҙып, бетеү тегәләр. Шундай ныҡлы тыл булғанда, әлбиттә, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Тағы ла береһе әҙер
Тағы ла береһе әҙер
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас