+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда бензиндың хаҡы йәнә артты:
Ағымдағы йылдың 28 октябренә ҡарата Башҡортостанда бензиндың бер литры уртаса 56,5 һумға еткән, был уҙған аҙнаға ҡарағанда 9 тингә күберәк. Хәҙер хаҡтар түбәндәгесә:
️Аи-92 – 52,58 һум (+9 тин);
Аи-95 – 56,75 һум (+9 тин);
️ Аи-98 һәм унан юғарыраҡ – 79,7 (+11 тин)
Башҡортостанда дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрмәне. Ул элеккесә бер литры 64,29 һум тәшкил итә