Кисә Иҫке Сибай ауылында өмәлә ҡатнашҡан егеттәргә ҙур рәхмәт еткерге килә. Улар ваҡыт табып, бер көн эсендә Иҫке Сибай ауылда 11, Калинин ауылында 2, Дәүләт ауылда 1 МХОла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең ғаиләләренә утын әҙерләп, алып барыштылар. Был егеттәрҙе исемләп әйтеп китергә кәрәк, улар ауылдаштарыбыҙ: Бикбаев Илдус, Әхмәтов Фәрхәт, Дәүләтбаев Наил, Баянов Халил, Ҡөһәбаев Рәил, Ҡасимов Рәжәп, Биҡҡолов Рәил, Ишбаев Айнур, Уралбаев Фәнзил, Уралбаев Азат, Сибаев Илгиз, Нәбиуллин Арслан, Мотаев Илдус, Ильтинин Флорит, Хәмитов Илшат, Ҡолдавлетов Ғилман, Зәйнуллин Фәнил, Аллағоватов Азамат, Ғәзизов Марсел. Ауылыбыҙҙың ныҡлы таяныстары ир-егеттәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ,ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Ауыл хакимиәте һәм халҡы исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм. Изге эшегеҙ онотолмаҫ, егеттәр!
Айнур Сибаев,
Сибай ауыл биләмәһе башлығы.