Башҡортостанда йәшәүселәргә билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, элемтә операторының эш сифатын баһалауҙарын һорай ала.
Бәләбәй районынан 58 йәштәге вахтасы ошондай алдауға ышанып 1 миллион һум аҡса юғалтҡан. Аферистарҙың шылтыратыуына яуап биреп, ул мобиль элемтә хеҙмәттәре сифаты тураһында ябай һорауҙарға яуап бирә. Һорау алыу аҙағында уны һөҙөмтәне теркәү өсөн тип, смс-хәбәрҙән кодты әйтергә күндерәләр. Һуңынан эшкә енәйәт схемаһының башҡа ҡатнашыусылары ҡушыла, улар үҙҙәрен «Дәүләт Хеҙмәттәре», банк һәм дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре итеп таныта. Телефон шылтыратыуҙары барышында улар зыян күреүсене мутлашыусылар менән бәйләнешкә инеүе менән ҡурҡыталар. Аферистар ирҙе 1 миллион һум кредит алырға һәм банкоматтар аша «хәүефһеҙ» иҫәптәргә күсерергә күндерә.
Һаҡ булығыҙ! таныш булмаған кешеләрҙең шылтыратыуҙарына яуап бирмәгеҙ!