Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь , 08:45

Изгелек эшлә һыуға һал...

халыҡ белер, халыҡ белмәһә балыҡ белер, тигән мәҡәл тап шәхси эшҡыуар, ауыл Советы депутаты Әкрәм ағай Ғәҙелшин  тураһындалыр, тип әйтһәң дә хата булмаҫ...

"Изгелек эшлә һыуға һал халыҡ белер,халыҡ белмәһә балыҡ белер " тигән мәҡәл тап шәхси эшҡыуар,ауыл Советы депутаты Ғәҙелшин Әкрәм ағай тураһындалыр тип әйтһәң дә хата булмаҫ.Сөнки уның ярҙамын тик бөғөн генә күрмәйбеҙ.Ауыл биләмәһендә үткән саралар ҙа уның өлөшө ҙур. Әлеге көндә ул ташландыҡ хәлдә ҡалған ҡоймаларҙы ремонтлауға төҙөлөш материалдары һәм буяу кәрәк яраҡтары менән ярҙам итте. Бик ҙур рәхмәт уға һәм уның ғаиләһенә. Ауылдың иң актив ир -егеттәре деррәү генә кәртәләп тә ҡуйҙы,ә буяу эштәрен ауыл хакимиәте, культура һәм библиотека ҡыҙҙары башҡарҙы.Әкрәм ағайҙға артабан да эшҡыуарлыҡ эшендә уңышлыҡтар һәм барлыҡ ошо эштә ҡатнашыусыларға һаулыҡ,ғаилә именлеге теләйбеҙ.Ауылыбыҙ төҙөклөгө үҙебеҙҙән тора.

Изгелек эшлә һыуға һал...
Изгелек эшлә һыуға һал...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: